+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Мәктәпкәсә белем биреү педагогтарына — 50 мең һум аҡса

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү педагогтары өсөн премиялар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Мәктәпкәсә белем биреү педагогтарына —  50 мең һум аҡсаМәктәпкәсә белем биреү педагогтарына —  50 мең һум аҡса
Мәктәпкәсә белем биреү педагогтарына — 50 мең һум аҡса

Указдың тексынан күренеүенсә, «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған «Уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына йыл да Башҡортостан Башлығының премиялары тапшырылырға тейеш.

50 мең һум күләмендәге премия юғарыла билдәләнгән конкурстарҙың ике еңеүсеһенә бирелә. Һәр конкурстың тағы дүрт лауреатына 30 мең һум аҡса тапшырыла.

Премиялар мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының иң яҡшы педагогик хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү маҡсатында булдырылған.

Сығанаҡ: bash.bashinform.ru

Фото: Рәсимә ЙӘНҒОЛОВА фотоһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас