+34 °С
Ясно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
19 Марта 2023, 08:10

«Юғарыға ос!» мәктәп форумы ойошторола

6 һәм 7 апрелдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Юғарыға ос!» мәктәп форумы ойошторола. 

«Юғарыға ос!» мәктәп форумы ойошторола«Юғарыға ос!» мәктәп форумы ойошторола
«Юғарыға ос!» мәктәп форумы ойошторола

Алты майҙансыҡта һәләтле балаларға һәм йәштәргә ярҙам итеү мәсьәләләрен, уҡытыусыларҙы аттестациялау системаһындағы үҙгәрештәрҙе, яңы белем биреү программаларын һәм мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә идара итеү хаҡында фекер алышыу планлаштырыла.

Форумдың икенсе көнөндә, 7 апрелдә, педагогик белем биреү, маҡсатлы уҡытыу, инклюзив белем биреү темаларына, тәрбиә системаһына арналған тағы ла биш фекер алышыу майҙансығы ойошторола. Шулай уҡ балалар һәм йәштәрҙең  «Беренселәр командаһы» ижтимағи-дәүләт хәрәкәтен ойоштороу өсөн муниципаль координаторҙарын уҡытыу буйынса стратегик сессия була.

«Юғарыға ос!» мәктәп форумы фекер алышыу майҙансыҡтары вәкилдәренең пленар ултырышы менән тамамлана.

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас