

Республика инженер интернат-лицейының X синыф уҡыусыһы Вадим Харисов еңеүсе исеменә лайыҡ. Артабан ул Рәсәй йыйылма командаһы составында халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында ҡатнашасаҡ.
Ошо уҡ белем усағынан Фаил Мәҡсүтов менән Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт лицейынан Динис Ғиззәтуллин призер булған. Афарин! Химиянан олимпиада "Сириус"та үтте.
Егеттәр йыл дауамында "Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы" остаздары етәкселегендә шөғөлләнгән. Билдәле булыуынса, олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары илдең теләһә ҡайһы юғары уҡыу йортона ошо йүнәлеш буйынса имтиханһыҙ инә ала. Улар шулай уҡ Республика Башлығы премияһына лайыҡ була. Ә Өфө дәүләт нефть-техник университетына инһәләр, беренсе курста ай һайын 100 мең һум стипендия алып уҡыясаҡтар!
Әйткәндәй, Республика Башлығы стипендиаты Вадим Харисов былтыр ҙа химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында абсолют еңеүсе булғайны. Һәләтле егет тураһында мәҡәләне https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fyanshishma.com%2Farticles%2Frespublika-bashly-y-stipendiaty%2F2022-04-14%2Ftanysh-buly-y-vadim-harisov-2762113&post=-45440006_25484&cc_key= һылтанмаһы буйынса уҡырға мөмкин.
Фото: vk.com.