

Финалға сыҡҡан уҡыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов сәләмләне. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Фән һәм мәғариф йылы яңы быуын ғалимдарын, педагогтарын, мәғрифәтселәрен үҫтерәсәген билдәләп үтте.
Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары өсөн ойошторолған быйылғы VI республика фәнни-ғәмәли конференцияһы Атайсалға изге ғәмәлдәр, Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланды.
-Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә арналған был мәктәп конференцияһын башлап ебәргәндә, уның традицияға әйләнеп китеп, йыл һайын үткәрелә башларын, ҡатнашыусыларҙың үҙебеҙҙең Бүздәк районынан ғына түгел, бөтә республиканан булырын бөтөнләй уйламағайныҡ. Тәүге мәлдәрҙә йөҙләгән уҡыусы ҡатнашһа, хәҙер уларҙың һаны биш тапҡырға артты. Быйыл баһалама ағзалары 147 еңеүсе һәм призёрҙарҙы билдәләне. Географияның киңәйеүе генә түгел, эштәрҙең сифатлы булыуы ла ҡыуандыра. Ә был иһә мәктәп уҡыусыларының, рефераттар яҙыуҙан тыш, етди тикшеренеү эштәре башҡара алыуҙары хаҡында ла һөйләй, - тине конференцияны ойоштороусы Зилә Рәүил ҡыҙы Мостафина.