

Быйыл ремонтларға планлаштырылған 77 белем усағының 75-ендә эш башланған. Был Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән федераль программа буйынса тормошҡа ашырыла.
«Төҙөкләндереү эштәре барған ваҡытта уҡыусылар бүтән мәктәпкә күсерелә. Ундай мөмкинлек булмағанда, балалар баҡсаһында, колледж, мәҙәниәт йортонда уҡып торорға мөмкин. Балаларҙың күпмелер өлөшө дистанцион белем алыуға күсә. Уңайһыҙ икәне аңлашыла, шулай ҙа уҡыусылар, уҡытыусылар һәм атай-әсәйҙәрҙең ваҡытлыса ауырлыҡтарға түҙеүҙәрен һорайым», — тип яҙа Радий Фәрит улы.
Эйе, уның ҡарауы, киләсәктә заманса яңыртылған матур мәктәптә уҡыуы үҙе бер кинәнес буласаҡ.
Фото: vk.com/radiyhabirov.