+31 °С
Ясно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
30 Марта 2023, 11:40

"Университет сменаһы"нда - балалар

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Беренселәр хәрәкәте" Рәсәй балалар һәм йәштәр ойошмаһының "Университет сменаһы" бара. 

"Университет сменаһы"нда - балалар"Университет сменаһы"нда - балалар
"Университет сменаһы"нда - балалар

Мәскәүҙән, Һамар, Түбәнге Новгород өлкәләренән, Ненец автономиялы округынан, Ҡарасәй-Черкес республикаһынан 49 уҡыусы каникулын Башҡортостанда күңелле һәм файҙалы итеп үткәрә.

Үҙебеҙҙең республика уҡыусылары иһә - ошо проект сиктәрендә Рәсәйҙең 5 төбәгенән йыйылған балалар менән бергә Һамар дәүләт социаль-педагогия университетында "Университет сменаһы"нда. "Беренселәр хәрәкәте" ағзалары шулай илебеҙҙең юғары уҡыу йорттары, ҡалалары, уларҙың тарихы менән таныша, бер-береһе менән аралаша, дуҫлаша. 

Дуҫтар, ә һеҙ "Беренселәр хәрәкәте"нә ҡушылдығыҙмы әле? Ул ойошторған проекттарҙа ҡатнашаһығыҙмы?  

Фото: vk.com.

"Университет сменаһы"нда - балалар
"Университет сменаһы"нда - балалар
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас