

Был сара илдең "Киләсәк интеллекты" Бәләкәй фәндәр академияһы тарафынан үткәрелә.
Конкурста I, II урын яулаған айырыуса һәләтле уҡыусыларҙың исемдәре дәүләт мәғлүмәт ресурсына индерелә. "Сириус" мәғариф үҙәгенең "Һәләт һәм уңыш" фонды был мәғлүмәттәрҙе "Сириус"ҡа, "Артек"ка, Бөтә Рәсәй балалар үҙәктәре "Орлёнок" һәм "Океан"ға уҡыусылар һайлағанда ҡулланасаҡ.
"Йәшлек.Фән.Мәҙәниәт" эҙләнеү һәм проект эштәре конкурсы еңеүселәре шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын алыуға ла дәғүә итә.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.