

Быйыл ул 2 апрелгә тура килде. Ошо иҫтәлекле көн алдынан уҡыусыларҙың геология буйынса XV республика олимпиадаһы уҙҙы. “Ер һәм кеше” тип аталған ярыштың һайлап алыу турында Өфө, Октябрьский, Сибай, Салауат, Күмертау ҡалаларынан һәм Өфө, Баҡалы, Хәйбулла, Әлшәй райондарынан 100-ҙән ашыу йәш геолог үҙен һынап ҡараны. Ә 2-се этап баш ҡалала 27 – 29 мартта уҙҙы.
Октябрьский ҡалаһынан олимпиадала йыл да күпләп ҡатнашалар. Быйыл да улар иң көслөләр иҫәбендә булды. Ә абсолют еңеүсе исемен ошо ҡаланың 3-сө гимназияһынан X синыф уҡыусыһы Камилла Хәсәнова яуланы. Әйткәндәй, Балалар һәм үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялар станцияһының “Йәш геолог» түңәрәгендә шөғөлләнгән был тырыш ҡыҙ VI синыфтан алып геология буйынса республика олимпиадаһында гел еңеүсе булып килә икән. Ул Гөлшат Ғәлимова етәкселегендә шөғөлләнә. Республикабыҙҙың тау-геология өлкәһенең киләсәге, үҫеше Камилла кеүек һәләтле уҡыусылар ҡулында ла инде.
Фото: vk.com.