+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
6 Апрель 2023, 13:32

"Ҡанатлан!" V мәғариф форумының беренсе көнө үтте

"Торатау" конгресс-холында сираттағы "Ҡанатлан!" мәғариф форумы башланды. Быйылғы сара Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала. 

"Ҡанатлан!" V мәғариф форумының беренсе көнө үтте"Ҡанатлан!" V мәғариф форумының беренсе көнө үтте
"Ҡанатлан!" V мәғариф форумының беренсе көнө үтте

Бөгөн республика район һәм ҡалаларынан йыйылған мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн 8 майҙансыҡта төрлө темаларға фәһемле һөйләшеүҙәр ойошторолдо. Һәләтле балалар менән эште нисек һөҙөмтәле итеп алып барырға, мәктәптәрҙә педагогика синыфтары, республиканың белем усаҡтарында берҙәм тәрбиә биреү мәсьәләләре, илһөйәрлек тәрбиәләүсе ойошмалар, Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы тапшырыу шарттары һәм башҡа йүнәлештәр буйынса форум делегаттары күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышты. Мәҫәлән, Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына ҡағылышлы майҙансыҡта "Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн" миҙалын һәм ҡыҙыл аттестат тапшырыу шарттары, уларҙың уҡыусыларға ғәҙел һәм нигеҙле тапшырылыуы, былтырғы уҡыу йылы һөҙөмтәләре тураһында ла һүҙ булды. 

7 апрелдә "Ҡанатлан!" эшен дауам итәсәк. Тағы 4 дискуссия майҙансығы эшләйәсәк. "Беренселәр хәрәкәте", берҙәм инклюзив белем биреү яҫылығы һәм, әлбиттә, педагог һөнәренең абруйын арттырыу, кадрҙар мәсьәләһе тураһында һөйләшеүҙәр буласаҡ. 

Форум пленар ултырыш менән тамамланасаҡ. 

Автор фотолары.

"Ҡанатлан!" V мәғариф форумының беренсе көнө үтте
"Ҡанатлан!" V мәғариф форумының беренсе көнө үтте
"Ҡанатлан!" V мәғариф форумының беренсе көнө үтте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас