+33 °С
Ясно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
7 Апреля 2023, 05:14

Йәш бөркөттәр ҡанат нығыта

"Ҡанатлан!" V республика мәктәп мәғарифы форумында "Башҡортостан Республикаһының мәғариф ойошмаларында берҙәм тәрбиә биреү" дискуссия майҙансығында "Рәсәй бөркәттәре" программаһы тураһында ла һүҙ булды. 

Йәш бөркөттәр ҡанат нығытаЙәш бөркөттәр ҡанат нығыта
Йәш бөркөттәр ҡанат нығыта

Проект тураһында "Рәсәй бөркөттәре"нең федераль кураторы Диана Евгеньевна Налимова видеобәйләнеш аша һөйләп үтте. Был программа башланғыс синыф уҡыусыларына тәғәйенләнгән. 2021 йылдың сентябренән тормошҡа ашырыла.

Кескәйҙәр педагогтар ярҙамында 7 трек (йүнәлеш) буйынса ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашып, "бөркөт" исемен яуларға тырыша. Мәҫәлән, "бөркөт-лидер", "бөркөт-эрудит", "бөркөт-оҫта", "бөркөт-спортсы", "бөркөт-эколог" һәм башҡалар. Конкурс буйынса һайлап алынған иң әүҙемдәр лагерға юллама менән бүләкләнә. Мәҫәлән, майҙа республикабыҙҙан өс отряд - Өфө районы Булгаков ауылындағы лицей, Ҡалтасы районы Краснохолмдағы 2-се мәктәп, Межгорье ҡалаһындағы 2-се мәктәп уҡыусылары "Орлёнок" Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә ял итәсәк.

Башҡортостанда "Рәсәй бөркөттәре"нә ҡушылыусы белем усаҡтары күбәйә. Әле 63 төбәктән 12 мең 500 синыф ғариза биргән. 

Фото: education.bashkortostan.ru һәм Э.Әсәҙуллина.

Йәш бөркөттәр ҡанат нығыта
Йәш бөркөттәр ҡанат нығыта
Йәш бөркөттәр ҡанат нығыта
Йәш бөркөттәр ҡанат нығыта
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас