

Быйылғы "Ҡанатлан!" Уҡытыусы һәм остаз йылында уҙыуы менән иҫтәлекле. Мәғариф форумының төп темаһы - берҙәм белем һәм тәрбиә биреү киңлеге булдырыу.
Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты профессоры, химия фәндәре докторы Александр Гладилин, "Беренселәр хәрәкәте" Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк етәксеһе Рәнис Хәсәнов, педагогтар исеменән Өфөнән башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Анастасия Ногина, 83-сө инженер лицейы директоры Алла Цыбина, Стәрлетамаҡтан 69-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Наталья Гуленина сығыш яһаны. Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты етәксеһе Лилиә Ғүмәрова видеобәйләнеш аша сәләмләп, фекер-тәҡдимдәрен еткерҙе.
Форумда ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителде һуң? Иң мөһимдәренең береһе - балалар баҡсалары тәрбиәселәренә быйылдан 500 һум күләмендә 50 грант булдырыу.
- Беҙ һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙгә шат, Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылында, ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, уҡытыусыларға ярҙам итергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар һанын 2023 йылдан 25-тән 150-гә еткерҙек. Шулай уҡ дәүләт һәм туған тел уҡытыусыларына премиялар һанын ике тапҡыр арттырҙыҡ. Бынан тыш быйылдан мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең республика конкурсы еңеүселәренә премиялар булдырҙыҡ, - тине Радий Фәрит улы.
Республикалағы 214 мәктәп стомотология кабинетының 80-е "Ҡанатлан!" проекты буйынса асылған. Был йүнәлештә эш дауам итә. Радий Хәбиров балаларҙың күҙ ауырыуҙарын да иртәрәк асыҡлауҙы юлға һалырға кәрәк, тип билдәләне.
Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә булды. "Патриот" паркында директорҙарҙың кәңәшселәре өсөн квалификация күтәреү курстары үткәреү кәрәклеге билдәләнде. Республика төбәктәрендә "Патриот" парктары селтәрен булдырыу планлаштырыла. Уҡыусыларҙы насар мәғлүмәт йоғонтоһонан һаҡлау сараларын күреү ҙә - мөһим мәсьәлә.
Алла Цыбина сығышында белем усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыу тураһында һүҙ алып барҙы. Һуңғы йылдарҙа ауыл мәктәптәрендә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған "Үҫеш нөктәһе" үҙәктәре булдырыла. Теүәл фәндәр буйынса лаборатор эштәр, робототехника һәм башҡа ҡорамалдар ҡалаларҙа ла кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Мәктәптәргә йәш уҡытыусылар килеүен нисек тәьмин итергә? Район хакимиәттәре менән килешеү төҙөп, студенттарҙы маҡсатлы уҡытыу тураһында ла һүҙ булды. Форумда яңғыраған барлыҡ тәҡдимдәр ҙә иҫәпкә алынасаҡ, ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.
Фото: glavarb һәм Э.Әсәҙуллина.