+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
9 Апрель 2023, 11:35

Иң ҙур мәктәп - Инорста

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә 51-се белем биреү үҙәге асылды. Ул Волга буйы округында иң ҙур мәктәп: 1 мең 650 уҡыусыға иҫәпләнгән. 8 апрелдә яңы белем усағын Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Өфө ҡала хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиев барып ҡараған.

Иң ҙур мәктәп - ИнорстаИң ҙур мәктәп - Инорста
Иң ҙур мәктәп - Инорста

Апрель башынан заманса белем усағында 1 мең 445 уҡыусы уҡый. Калинин районында 1936 йылда иң беренсе булып асылған мәктәп ул.

Яңы белем биреү үҙәгендә шарттар шәп, әлбиттә. Төплө белем алыу, һәләтеңде үҫтереү өсөн тейешле шарттар булдырылған. Радий Хәбиров мәктәптә "Zа самбо" һәм "Мәктәптәргә - спорт көрәше" федераль проекттары буйынса көрәш төрҙәрен уҡытыуҙы индерергә тәҡдим итте. Шулай уҡ V "Ҡанатлан!" республика мәғариф форумы йомғаҡтары буйынса бында офтольмология хеҙмәтен булдырыу ҙа планлаштырыла. 

Фото: ufacity.

 

Иң ҙур мәктәп - Инорста
Иң ҙур мәктәп - Инорста
Иң ҙур мәктәп - Инорста
Иң ҙур мәктәп - Инорста
Иң ҙур мәктәп - Инорста
Иң ҙур мәктәп - Инорста
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас