

Уҡыу йортобоҙҙа талантлы һәм һәләтле балалар күп. Улар яңы идеялар менән яна, заман менән бергә атлап, яңы технологиялар үҙләштерергә, аҡыллы, киң белемле, илһөйәр, телһөйәр, һау-сәләмәт булып үҫергә тырыша. Әлбиттә, бының өсөн шарттар кәрәк. Шуға ла беҙҙең гимназия уҡыусылары инициатив бюджетлау проектында ҡатнашырға булды. Маҡсатыбыҙға ирешһәк, быйыл республикабыҙ ҡаҙнаһынан субсидия алып, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға уйлайбыҙ.
Беҙҙең VIII – XI синыф уҡыусылары алты проект йүнәлешен һайланы. Бына улар:
– «Сенсор бүлмәһе»;
– «Ял утрауы» бөтә уңайлыҡтары булған ял биләмәһе;
– «Мәргән уҡсы» мәктәп тиры;
– «Арғымаҡ» мәктәп медиаүҙәге;
– «Спорт һәр кем өсөн» заманса спорт майҙансығы өсөн шарттар булдырыусы «Минең гардеробым» проекты.
Уҡыусылар аҙна дауамында үҙҙәренең проекттарын яҡланы. Презентация үткәрҙеләр, эштәренә аңлатма бирҙеләр. Һәр инициатив төркөм үҙ проекты менән таныштырҙы, уның көнүҙәк булыуын, мөһимлеген билдәләп үтте, көтөлгән һөҙөмтәһен атаны.
Әйтергә кәрәк, тәҡдим ителгән эштәр бик ҡыҙыҡлы ине. Балаларҙың сығыштарын һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Ниндәй проект еңдеме? Бының өсөн тауыш биреү үткәрелде. Күптәр «Арғымаҡ» медиаүҙәге яҡлы ине. Ул асылһа, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеге артасаҡ. Медиаүҙәк кәрәкле ресурстарҙан матур фотолар һәм видеолар төшөрөргә, презентациялар үткәрергә, ҡыйыу сығыш яһарға өйрәтеүсе, ораторлыҡ оҫталығын үҫтереүсе, йәш ҡәләм тибрәтеүселәр өсөн һәйбәт майҙансыҡ буласаҡ.
Туған тел – ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге ҡомартҡы. Уны һаҡлап, артабан үҫтереп, уҡыусыларҙы милли рухта тәрбиәләүсе матур саралар ойоштороусы, йәш быуынды туплаусы, юғары технологияларға яуап биреүсе заманса майҙансыҡ кәрәк. Ул Башҡортостаныбыҙ өсөн илһөйәр, телһөйәр шәхестәр тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индереүсе үҙәк, тел ҡәҙерен белгән теле -радио тапшырыуҙары алып барыусыларын әҙерләүсе ижади мөйөш буласаҡ.
Әлеге көндә гимназиябыҙҙа «Арғымаҡ» гәзите сыға, «Аҫылташ» өлгөлө балалар театры гөрләп эшләй. Әйткәндәй, йәш артистарыбыҙ «Тылсымлы шәм» республика конкурсында – I урын, ә «Башҡортостан ынйылары» бәйгеһендә Гран-при яуланы. «Мәрйәм Бураҡаева уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһында талантлы шағир Рәйес Түләктең «Күпер» поэмаһына нигеҙләнеп төшөрөлгән видеояҙманы күрһәтеп, оло баһа ла алды улар. «Урал бөркөттәре» вокал ансамбле район, республика конкурстарында призлы урындар алып тора. Ә йәш бейеүселәребеҙ «Осҡон», «Йондоҙҙар» ансамблдәрендә бейергә өйрәнә.
Киләсәктә уҡыусыларыбыҙ өсөн видеостудия, фотостудия, журналистика студияһы, берҙәм мәғлүмәти, системалы медиаүҙәк булдырылыуына өмөт итәбеҙ. Шуны маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ.
Проектыбыҙ хуплау тапһа, гимназиябыҙ үҙендә булған медиаресурстарҙы, мәғлүмәти каналдарҙы ҡулланып, дөйөм һәм өҫтәмә белем биреүҙе дөйөмләштереп, системалы, бар яҡтан камиллашҡан эш алып барыр ине. Киң мәғлүмәт сараларын йәлеп итеп, төрлө форумдар, йыйындар, уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә алыр ине.
Яңы технологиялар – яңы мөмкинлектәр. Һәр яҡтан һәләтле балаларыбыҙ, әлмисаҡтан килгән изге аманат – этнопедагогикаға таянып, заманса аҙымдар менән алға барыр, тип ышанабыҙ.
Эльвира САДИҠОВА,
Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы директоры.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.