+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
11 Апрель 2023, 10:48

Етеһе лә призлы урын алған!

Йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы Ульяновск ҡалаһында үтте. Унда Башҡортостандан 7 уҡыусы ҡатнашты. 

Етеһе лә призлы урын алған!Етеһе лә призлы урын алған!
Етеһе лә призлы урын алған!

Улар барыһы ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, уңыш яулап ҡайтты. Лия Ғабдрахманова (IX синыф, Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназия) менән Ильяс Ғәлимханов ( XI синыф, Өфөләге 39-сы гимназия) I урынға лайыҡ булған.  Артём Москвичев (X синыф, Өфөләге 15-се гимназия), Арсений Смаков  (X синыф,Өфөләге 45-се мәктәп), Арсений Ганцев (X синыф, Өфөләге 39-сы гимназия), Аделия Хәйруллина (X синыф, Туймазылағы 7-се мәктәп), Евгений Кәримов (XI синыф, Стәрлетамаҡтағы 2-се гимназия) призлы урындар алғандар. Башҡортостан командаһын еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! 

Әйткәндәй, Ильяс Ғәлимханов менән Аделия Хәйруллина әлеге ваҡытта хоҡуҡ буйынса олимпиаданың йомғаҡлау этабында ла ҡатнаша. 

Фото: vk.com/avrora.

Етеһе лә призлы урын алған!
Етеһе лә призлы урын алған!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас