+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
11 Апрель 2023, 06:40

Өфөлә - Бөтә Рәсәй олимпиадаһы

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы дауам итә. Хоҡуҡ фәне буйынса илдең иң көслө уҡыусылары Өфөгә йыйылды.

Һынау Өфө фән һәм технологиялар университетында бара. Башҡортостан данын Өфө, Бөрө, Туймазы ҡалаларынан 4 уҡыусы яҡлай.

10 апрелдә яҙма тур булды, 12-һендә иһә һәр кем тәҡдим ителгән темаларҙың береһе буйынса 5 минут сығыш яһаясаҡ һәм иптәштәренең, баһалама комиссияһы ағзаларының һорауҙарына яуап бирәсәк. 

Әлбиттә, Өфө буйлап экскурсиялар, тематик саралар ҙа үтәсәк. Ә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 15 апрелгә планлаштырылған. 

Йәш хоҡуҡ белгестәренә уңыштар теләйек!

Фото: education.bashkortostan.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас