

Уҡыусылар үҙҙәре һайлаған һәм төҙөгән биш проект эштәрен яҡланы. Башланғыс синыф уҡыусыларына юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү өсөн “Смешарики” проекты, ял итеү зонаһы булдырыу тураһында “Релакс”, ҡышҡы уйындар өсөн төҙөлгән хоккей майҙансығын йәйге осорға үҙгәртеп ҡороу хыялын яҡлап сыҡҡан “Сәләмәтлек” проекты, мәктәп яны участкаһында урынлашҡан “Орхидея” йәшеллек синыфы һәм оҫтахана бүлмәһен тамаша залына әйләндереүгә йүнәлтелгән “Хыял “ проекттары тәҡдим ителде. Һәр береһе буйынса эш төркөмдәре етди әҙерләнде: презентациялар төҙөлдө, сығыштар тыңланды. һәр эш юғары кимәлдә яҡланды.
Биш төркөм араһынан “Хыял “ проекты енеүсе тип табылды. Уҡыусыларға башлаған эштәрендә уңыштар, ныҡышмаллыҡ һәм киләсәктә лә ижади енеүҙәр теләйек.
Лилиә ВӘЛИЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Әбйәлил район, Хәлил мәктәбе.
Фото: bashkortostan.ru