+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
15 Апрель 2023, 09:20

Яҡшыға өмөт итәбеҙ

2023 йылда муниципаль белем биреү ойошмалары уҡыусылары инициативаһы нигеҙендә төҙөлгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан субсидия юллау өсөн һайлап алыу конкурсы иғлан ителде.

Яҡшыға өмөт итәбеҙЯҡшыға өмөт итәбеҙ
Яҡшыға өмөт итәбеҙ

Унда беҙҙең Яңы Балапан мәктәбе лә ҡатнаша. 14 йәше тулған уҡыу­сылар­ҙан инициатив төркөмдәр төҙөлдө. Улар 5 проектта туҡталды:
– «Тантаналы линейкалар үткәреү өсөн мәктәп алды майҙансығы» (етәксеһе – Дилбәр Рәжәп ҡыҙы Ғибәҙәтова);
– «Мәктәп метеостанцияһы» (Гөлгөнә Миңлегәрәй ҡыҙы Зәйтүнова);
– «Заманса уҡыу кабинеты» (Гөлсара Фәрит ҡыҙы Дауытова);
– «Мәктәптә тренажёр залы» (Эльмира Зөбәйер ҡыҙы Һөйөндөкова);
– «Хәүефһеҙлек мәктәбе» мобиль отряды (Дилә Байгилде ҡыҙы Ҡорманаева).
Инициатив төркөмдәр аҙна аҙағында үҙ проекттарын яҡланы. Һәр береһе презентация үткәрҙе: проект менән таныштырҙы, уның актуаллеген һәм әһәмиәтен билдәләне, һөҙөмтәләрҙе күҙалланы. Сығыштарҙы V – XI синыф уҡыу­сылары иғтибар менән тыңланы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреп, яуаптар алды.
Һәр сығышты тыңлағандан һуң тауыш биреү ысулы менән иң яҡшы проект һайланды. Иң-иңе – «Тантаналы линейкалар үткәреү өсөн мәктәп алды май­ҙансығы». Ни өсөн тап ошо проект һайланыуы билдәле: мәктәптә акттар залы, спорт залдары булмау сәбәпле, тантаналы саралар тар коридорҙа үтә. Проект республика кимәлендә лә уңыш­ҡа өлгәшһә, беҙҙә лә заманса проектланған майҙансыҡ барлыҡҡа килер ине.
Беҙ яҡшы һөҙөмтәгә өмөт итәбеҙ.

Гөлсибәр БАЙҒӘҘӘМОВА, VII синыф уҡыусыһы.

Әбйәлил районы, Яңы Балапан мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас