

Бына әле «Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау» проекты старт алғас, «Дуҫлыҡ» ойошмаһы ең һыҙғанып эшкә тотондо. Лингафон, заманса география кабинеттары, мәктәп телевидениеһы, радиоһы һәм ял итеү биләмәһе... Барлығы 51 проект тәҡдим ителгәйне, шуларҙың бишәүһе һайлап алынды. Ә республика конкурсында ни бары бер генә проект ҡатнаша ала. Тимәк, иң-иңен билдәләргә кәрәк.
Дөйөм уҡыусылар йыйылышында бөтә проекттар ҙа тикшерелде. Һәр инициатив төркөм сығыш яһаны, үҙенең проектын яҡланы, уның маҡсаты һәм үҙенсәлеге менән таныштырҙы. Йыйылыш аҙағынаса ҡыҙыу, әүҙем барҙы. Шулай ҙа дөйөм фекергә килергә кәрәк ине. Тауыш биреү үткәрелде. Һөҙөмтәлә, мәктәбебеҙҙең үҙидара ойошмаһы президенты Диана Ғиззәтова һәм уның төркөмө әҙерләгән «Ял итеү биләмәһе» проекты еңеү яуланы. Ул Башҡортостан Республикаһының ошо мәртәбәле конкурсында ҡатнашасаҡ.
Юламан КӨМӨШБАЕВ,
«Дуҫлыҡ» үҙидаралыҡ ойошмаһы ағзаһы.
Әбйәлил районы, Дәүләт мәктәбе.