

Ошо көндәрҙә проекттар төҙөү өҫтөндә эшләнек: проекттың исемен, һәр команда ағзаһының бурыстарын асыҡланыҡ, презентациялар әҙерләнек. Һөҙөмтәлә биш проект эшләнде. Улар менән дөйөм уҡыусылар йыйылышында һәр команданың капитаны таныштырҙы. Тауыш биреү юлы менән ошо эштәр һайлауға тәҡдим ителде:“Рәхмәт – күрәм!”, “Психологик ял итеү бүлмәһе”, “Заманса уҡытыусылар бүлмәһе”, ”Мәктәп музейы”, ”Мәктәп баҡсаһында уҫемлектәрҙе һалҡындан һаҡлап үҫтереү өсөн заманса ҡоролма”.
Проекттар буйынса фекер алышыу бик әүҙем барҙы. Капитандар үҙ эшен ышаныслы яҡланы.Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса “Рәхмәт – күрәм!” проекты еңеү яуланы.
Был проекттың тормошҡа ашырылыуын беҙ өмөтләнеп көтәбеҙ. Республика кимәлендә проектыбыҙ еңеп сыҡһа, өс уҡыу кабинеты интерактив панель менән йыһазландырыласаҡ.
Дилбәр МОРАТШИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Ҡырҙас мәктәбе.