+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
18 Апрель 2023, 15:25

Спорт майҙансығы кәрәк!

Беҙ ҙә был проектта ҡатнашырға булдыҡ. Командаларға берләштек тә синыф етәкселәре ярҙамында ҙур эшкә тотондоҡ. Һәр кем әүҙемлек күр­һәтте.

Спорт майҙансығы кәрәк!
Спорт майҙансығы кәрәк!

Мәктәп уҡыусыларына спорт май­ҙансығы, ял итеү урыны, музыкаль студия, агросиныф, химия һәм физика лаборато­рияһы бүлмәһе кәрәк. Һәр инициатив төр­көм проект әҙерләгәс, уны яҡлау башлан­ды. Һуңынан тауыш биреү үткәрелде.
Тәҡдим ителгән һәр проект мөһим ине, ләкин береһен генә һайларға шул. Һик­һән процент тауыш йыйып, мәктәп янында спорт майҙансығын булдырыу проекты еңеп сыҡты. Быға аптырарға түгел, сөнки киләсәк иң тәүге сиратта һаулыҡтың ныҡлығынан башлана. Ә беҙҙең Амангилде мәктәбе спорт һәм сәләмәт тормош яҡлы. Район һәм республика кимәлендә лә төрлө спорт ярыштарында алдынғы урындарҙы яулап торабыҙ.
Шулай итеп, VIII синыф уҡыусылары әҙерләгән проект республика конкурсына сығасаҡ. Беҙгә уңыштар теләгеҙ.

Рүзилә НИҒМӘТУЛЛИНА, VI синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: