+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
19 Апрель 2023, 09:50

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

Уҡыусыларыбыҙ әүҙемлек күрһәтте. Бәйгенең маҡсатына ярашлы, улар мәктәпте төҙөкләндереү, шарттарын яҡшыртыу, матди-техник базаһын байытыу теләге менән биш төрлө проект әҙерләп, тамашасы хөкөмөнә сы­ғарҙы.

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

Тәҡдим итеү бер, уны яҡлар­ға ла кәрәк бит. «Мәктәп китапханаһында «ПРОчтение» интерактив майҙансығы», «Тридэ (3D) автоҡаласығы», «Ял итеү биләмәһе», «Телдәрҙе өйрәнеү буйынса замана мобиль интерактив лингафон синыфы», «Мәктәп янында «Атлет» спорт майҙансығы» – конкурсҡа биш проект һайлап алын­ғайны. Бының менән генә эш бөтмәне әле. Улар араһынан берәү­һе генә республика эта­бына уҙа. Тауыш биреү үткәрелеп, 130 һайлаусының 84,6 проценты «Мәктәп янында «Атлет» спорт майҙансы­ғы» проекты яҡлы икәнен белдер­ҙе.
Уҡыусыларҙың теләген уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә хуплай. Ысынлап та, беҙгә заманса спорт май­ҙан­сығы кәрәк. Беҙ балаларыбыҙҙың спорт менән шөғөлләнеп, һау-сәләмәт булып үҫеүен теләйбеҙ.

Рәйлә СОБХАНҒОЛОВА,
тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.
Әбйәлил районы, Байым мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: