+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
20 Апрель 2023, 12:20

Рәсәй төбәктәрендә — «Белем» мәғариф фестивале

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһында башҡорт телен популярлаштырыу һәм Рәсәй төбәктәренән һәләтле балаларҙы йәлеп итеү, шулай уҡ республикалағы инновацион мәктәптәрҙе күрше өлкәләрҙә презентациялау маҡсатында Татарстан Республикаһының Яр Саллы, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында, Ҡоншаҡ районында, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында төбәк-ара «Белем» мәғариф фестивале ойошторҙо.

Рәсәй төбәктәрендә — «Белем» мәғариф фестивале
Рәсәй төбәктәрендә — «Белем» мәғариф фестивале

Фестивалдә Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмалары республикабыҙҙағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы, республика инженер интернат-лицейы,Сибай башҡорт интернат-гимназияһы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы ҡатнашты.

Сара 300 ашыу баланы йыйҙы. Ҡатнашыусылар өсөн робототехника, нейрофизиология, милли музыка ҡоралдарында уйнау, милли биҙәүестәр эшләү, уҡ атыу, хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Шулай уҡ уҡыусылар өсөн квест-марафон үткәрелде, уның һөҙөмтәһендә приздар уйнатыу ойошторолдо.

Фестиваль барышында Башҡортостанда эшләп килгән дөйөм һәм юғары белем биреү ойошмаларының презентацияһы ла уҙғарылды, ҡатнашыусылар балаларҙы унда ҡабул итеү, уҡытыу, йәшәү шарттары менән таныша алды.

Ә 12 майҙа ошондай уҡ фестивалде Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында ойоштороу күҙаллана.

 

Рәсәй төбәктәрендә — «Белем» мәғариф фестивале
Рәсәй төбәктәрендә — «Белем» мәғариф фестивале
Рәсәй төбәктәрендә — «Белем» мәғариф фестивале
Рәсәй төбәктәрендә — «Белем» мәғариф фестивале
Рәсәй төбәктәрендә — «Белем» мәғариф фестивале
Рәсәй төбәктәрендә — «Белем» мәғариф фестивале
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: