+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
21 Апрель 2023, 14:25

Мәктәбебеҙ киләсәге - беҙҙең ҡулда

Беләһегеҙме, беҙҙә «Психологик ял итеү бүлмәһе һәм май­ҙансығы» проекты еңеп сыҡты. Күпселек уның өсөн тауыш бирҙе. Ә бит конкурсҡа биш проект тәҡдим ителгәйне.

Мәктәбебеҙ киләсәге - беҙҙең ҡулда
Мәктәбебеҙ киләсәге - беҙҙең ҡулда

Уларҙың һәр береһе ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле ине. Әлбиттә, конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Һәр сығышты ҡыҙыҡһынып, хатта һоҡланып һәм иптәштәребеҙ менән ғорурланып ҡарап ултырҙыҡ. Аҙаҡ тауыш биреү юлы менән иң-иң проект һайлап алынды.
Маҡсатыбыҙға ирешһәк, быйыл республика ҡаҙнаһынан субсидия алып, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырыр инек.

Нәркәс ӘБҮЗӘРОВА, Х синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Ишҡол мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: