+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
27 Апрель 2023, 14:10

"Мәктәп медиаүҙәге" проекты еңеп сыҡты

Башҡортостанда уҡыусыларҙың инициатив проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Хәҙер уҡыусылар ниндәй проблеманы хәл итеүҙе үҙҙәре билдәләй һәм проекттарын тәҡдим итә ала.

"Мәктәп медиаүҙәге" проекты еңеп сыҡты
"Мәктәп медиаүҙәге" проекты еңеп сыҡты

Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары ла конкурста ҡатнашып ҡарарға булды. Проектҡа 14 йәше тулған VIII - XI синыф уҡыусылары ҙур теләк менән ҡушылды.
Йыйылыш рәйесе һәм сәркәтибе, иҫәп комиссияһы ағзалары һайланылды.
Уҡыусыларҙан торған 6 команда туған мәктәбендә уҡытыу һәм тәрбиә сифатын яҡшыртыу буйынса "Мәктәп медиаүҙәге", "Мәктәп буфеты", "Универсаль спорт майҙансығы", "Тәбиғәт мөйөшө", "Йәшел ожмах"", "Спорт майҙансығы", "Балалар туризмы" тигән үҙ проекттарын тәҡдим итте.

Проекттар бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле ине. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Уҡыусыларҙың сығыштарын ҡыҙыҡһынып, һоҡланып һәм ғорурланып ҡарап ултырҙыҡ.

Аҙаҡ  тәҡдим ителгән проекттар буйынса тауыш биреү үтте. Һөҙөмтәлә иң күп тауыш менән "Мәктәп медиаүҙәге" проекты еңеп сыҡты.

Проектта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ һәм еңеүсе командаға артабан да уңыштар теләйбеҙ! Маҡсатыбыҙға ирешеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын!

Инсур ҮТӘБАЕВ.

Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

"Мәктәп медиаүҙәге" проекты еңеп сыҡты
"Мәктәп медиаүҙәге" проекты еңеп сыҡты
"Мәктәп медиаүҙәге" проекты еңеп сыҡты
"Мәктәп медиаүҙәге" проекты еңеп сыҡты
"Мәктәп медиаүҙәге" проекты еңеп сыҡты
"Мәктәп медиаүҙәге" проекты еңеп сыҡты
"Мәктәп медиаүҙәге" проекты еңеп сыҡты
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: