+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
28 Апрель 2023, 09:25

Ҙур өмөттәр бағлайбыҙ

Бөгөн мәктәбебеҙҙә тулҡынландырғыс ваҡиға – V – XI синыфтар инициатив бюджетлау мәғариф проектына үҙҙәре әҙерләгән эштәрен тәҡдим итте. Һәр сығышты ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. Заманса уҡыу кабинеты, интерактив мәктәп музейы, заманса йыһазландырылған тамаша залы, спорт май­ҙансығы, интерактив технологиялар... Бөтәһе лә проекттарын юғары кимәлдә яҡлап, уны тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре менән дә таныштырҙы.

Ҙур өмөттәр бағлайбыҙ
Ҙур өмөттәр бағлайбыҙ

Бына тауыш биреү башланды. Кемдәр еңер? Күпселек тауыш менән XI синыф уҡыусылары әҙерләгән интерактив технологиялар проекты еңеп сыҡты. Был аңлашыла ла. Сөнки беҙ бит компьютер технологиялары киң үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Дәрестәрҙә интерактив таҡта ла көндән-көн күберәк ҡулланыла, даими эшләгән интернет селтәре лә белем алыу процесына ҙур йоғонто яһай.
Беҙ был проектыбыҙға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Уны республика конкурсында ла хуплаһындар ине.

Динә ХӘМЗИНА, X синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Сиҙәм мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: