+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыу кабинеттары өсөн заманса цифрлы техника тураһында хыялланабыҙ

Башҡортостанда эшләп килгән «Мәктәпте инициативалы бюджетлау» проекты уҡыусыларҙың мөһим башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн республикабыҙҙың  дәүләт ҡаҙнаһы аҡсаларын  бүлеүҙә туранан-тура ҡатнашыу ғына түгел, ә  финанс  грамоталылығы буйынса белемде практикала ҡулланыу мөмкинлеге лә. Беҙҙең Михайловка мәктәбе лә унан ситтә ҡалманы. 

Уҡыу кабинеттары өсөн  заманса цифрлы техника тураһында хыялланабыҙ
Уҡыу кабинеттары өсөн заманса цифрлы техника тураһында хыялланабыҙ

Бер нисә көн дауамында проект варианттарын ҡыҙыу тикшереү барҙы: балалар эскиздар, пландар, сметалар төҙөнө, тәҡдим ителгән проект файҙаһына үҙ аргументтарын килтерҙе. Ниһайәт, апрель аҙағында проект тәҡдимдәренең асыҡ тыңлауҙары үтте.

Малайҙар бигерәк тә спорт өсөн йыһазландырылған майҙансыҡ булдырырға теләй, сөнки беҙҙә ике йыл инде спорт залы юҡ, физкультура дәрестәре коридорҙа һәм урамда үтә. Ә белем усағыбыҙҙа  спорт яратҡан һәм махсус йыһазландырылған майҙансыҡта шөғөлләнергә теләгән балалар бик күп. Шуға ла Мөслим Сабитовтың командаһы  ошо проектты хуплап сығыш яһаны.

Ә Розалина Хөсниәрова командаһы шулай уҡ әһәмиәтле булған  «Технология кабинеты өсөн заманса ҡорамалдар» проектын тәҡдим итте. Балалар теоретик, аш-һыу бүлмәһе һәм ҡул эштәре өсөн өс эш зонаһы булған кабинет эскизын күрһәтте. 

Ксения Хохлова етәкселегендәге өсөнсө команда иһә уҡыу кабинеттарында видеокүҙәтеү камераларын ҡуйырға теләүҙәрен белдерҙе. Әлегә ваҡытта мәктәп 25 процент камералар менән йыһазландырылған, әммә был ғына етмәй. Был проект өсөн төп аргументтар булып хоҡуҡ боҙоуҙар һәм конфликтлы хәлдәр һанын кәметеү, хәүефле хәлдәргә ваҡытында яуап биреү, мөлкәттең һаҡланыуын кәметеү мөмкинлеге тора. Видеокүҙәтеү уҡыу өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуҙырасаҡ, тип иҫбатланы улар проекттарын.

Ә бына Мәликә Вәлиева етәкселегендәге команда мәктәптең  тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырырға теләй. Бының өсөн  материалдарҙың, күп һанлы экспонаттарҙың күптән йыйылғанлығын белдерҙеләр. Әммә быларҙың бөтәһе лә уларҙы бер тәртипкә, системаға һалыуҙы талап итә.

Һәр проект үҙенсә шәп, хуплауға лайыҡ булһа ла, Инга Фәритова етәкселегендәге команда тәҡдим иткән «Технологиялар йәйғоры» проекты еңеп сыҡты. Команданың аргументтары ҡеүәтле ине. Һәр дәрестә интерактив таҡтала эшләү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк, был иһә презентациялар булдырырға, төрлө материалды күрһәтергә, идеяларҙы моделләштерергә мөмкинлек бирәсәк. Былар барыһы ла дәрестәрҙе мауыҡтырғыс, һөҙөмтәле итәсәк, уҡытыусының эшен күпкә еңеләйтәсәк. Шуға ла проект өсөн 82 тауыш бирелеүе осраҡлы түгел.

Хәҙер инде һөҙөмтәләр көтәбеҙ һәм яҡшыраҡ үҙгәрештәргә ышанып, өмөт итеп ҡалабыҙ. Ә уҡыусыларға үҙ проектын тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйбеҙ.

Рәйсә ПОЧУХАЙЛОВА.

Әбйәлил районы,

Григорий Васёв исемендәге Михайловка мәктәбе.

 

 

 

Уҡыу кабинеттары өсөн  заманса цифрлы техника тураһында хыялланабыҙ
Уҡыу кабинеттары өсөн  заманса цифрлы техника тураһында хыялланабыҙ
Уҡыу кабинеттары өсөн  заманса цифрлы техника тураһында хыялланабыҙ
Уҡыу кабинеттары өсөн  заманса цифрлы техника тураһында хыялланабыҙ
Уҡыу кабинеттары өсөн заманса цифрлы техника тураһында хыялланабыҙ
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: