+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!

Аҡъяр ауылының район мәҙәниәт йортонда «Йыл уҡыусыһы — 2023» муниципаль конкурсының бүләкләү тантанаһы үтте. 

Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!
Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!

Бер йыл буйына балалар төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, ярыштарҙа ҡатнашты, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем булды. Район мәктәптәренең иң яҡшы уҡыусыларын тәбрикләү шәхси ҡаҙаныштары һөҙөмтәһе буйынса ойошторолдо.

Тантанала йөҙгә яҡын бала ҡатнашты. Райондың иң яҡшы уҡыусыларына хакимиәт башлығы һәм мәғәриф идаралығы премиялары тапшырылды. Шулай уҡ уҡыусыларға сараның партнёрҙары ла бүләктәр әҙерләгәйне. Йыл һайын һәләтле уҡыусыларҙы "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Башҡорт баҡыры" акционерҙар йәмғиәте, Территориаль һайлау комиссияһы, район эшҡыуарҙары советы, профессор вәкиле, республиканың мәғариф отличнигы, Хәйбулла районында тыуып үҫкән Вилә Баймырҙина ҡотлай. Быйыл 97 бала һәм 8 команда бүләкләнде.Ул - мәктәп үҙидараһы командалары, ирекмәндәр, ижад һәм спорт коллективтары.

Йыл уҡыусыһы булып 1-се Аҡъяр мәктәбенең XI синыф уҡыусыһы Ғайсар Булатов танылды. Ул - инглиз теле һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһы призёры.
Афарин, уҡыусылар! Уңыштарығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!
Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!
Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!
Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!
Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!
Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!
Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!
Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!
Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!
Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!
Ғайсар Булатов — «Йыл уҡыусыһы»!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: