+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гимназистар ҙа ҡатнаша

Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан иғлан ителгән инициатив бюджетлау мәғариф проекттар конкурсында Әғзәм Шакир улы Фәйзуллин исемендәге 39-сы ҡала гимназияһының VIII — X синыф уҡыусылары командалары ла ҡатнаша.

Гимназистар ҙа ҡатнаша
Гимназистар ҙа ҡатнаша

Гимназияла университет ҡарамағындағы мәктәп асылыуы һайланған йүнәлеш буйынса өҙлөкһөҙ белем алыуға шарттар тыуҙыра, шулай уҡ профориентация эшмәкәрлегенең дә сифатын яҡшырта.

Конкурсҡа биология кабинетында уҡыу шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән проект менән 5 команда ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Уның төп маҡсаты  — уҡыусыларҙа тәбиғи фәндәргә ҡарата ынтылыш көсәйтеү һәм эҙләнеүҙәр үткәреү. Белемде тәрәнәйтеү һәм практик һәләттәрҙе үҫтереү ошо йүнәлеш буйынса һөнәр алыуҙы дауам иткәндә кәрәк буласаҡ.

Әлеге ваҡытта гимназистар үҙҙәренең проекттарын VII - XI синыфтар араһында үткәрелгән тауыш биреүгә әҙерләй. Бының һөҙөмтәһе буйынса еңеп сыҡҡан бер проект региональ турҙа ҡатнашасаҡ.

И. БУЛАТОВ.

Өфө ҡалаһы.

Гимназистар ҙа ҡатнаша
Гимназистар ҙа ҡатнаша
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: