+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Умарта" интерактив лабораторияһы" проекты еңеп сыҡты

Сибай ҡалаһының 9-сы лицейы ла "Мәктәп башланғыстарын бюджетлау" проектында ҡатнаша. Яңыраҡ IX-XI синыф уҡыусылары тәҡдим иткән проекттар араһынан иң яҡшыһын һайлап алыу ойошторолдо.

"Интерактив лаборатория "Умарта" проекты еңеп сыҡты
"Интерактив лаборатория "Умарта" проекты еңеп сыҡты

Инициатив төркөмдәр "Мәктәп фойеһы өсөн аҡыллы multi-өҫтәл", "Китапхана өсөн заманса стеллаждар", "Фитобар", "Умарта" интерактив лабораторияһы", "Workout"спорт майҙансығы" тип аталған биш проект тәҡдим итте. 
Һәр команда үҙ проектын яҡлап сығыш яһаны. Уҡыусылар күңелдәренә оҡшағанына үҙ тауыштарын бирҙе. Һөҙөмтәлә, 83 процент тауыш йыйып, "Умарта" интерактив лабораторияһы" проекты еңеп сыҡты. Хәҙер ул республика конкурсында ҡатнашасаҡ.

Сания ҠОЛАНБАЕВА.

Сибай ҡалаһы.

"Интерактив лаборатория "Умарта" проекты еңеп сыҡты
"Интерактив лаборатория "Умарта" проекты еңеп сыҡты
"Интерактив лаборатория "Умарта" проекты еңеп сыҡты
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: