+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Имтихандарҙа үҙгәрештәр бармы?

Быйыл Башҡортостанда "Һуңғы ҡыңғырау" тантаналары 22 йәки 23 майҙа үтәсәк. 

Имтихандарҙа үҙгәрештәр бармы?
Имтихандарҙа үҙгәрештәр бармы?

Ә сығарылыш кисәләре туғыҙынсылар өсөн - 23 июнгә, ун беренселәр өсөн 24 июнгә планлаштырылған. Ә унан алда - имтихандар. Туғыҙынсылар өсөн дәүләт һынауы 24 майҙа башлана. Билдәле булыуынса, аттестат алыу өсөн уҡыусыларға математиканан, урыҫ теленән һәм тағы үҙҙәренең теләге буйынса ике фәндән имтиханды уңышлы тапшырырға кәрәк. Күптәр йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайлаған - туғыҙынсыларҙың 47 проценты. Информатиканы биреүселәр - 42 процент. Географияны уҡыусыларҙың - 32, биологияны - 19, физиканы - 11, химияны - 9,9, тарихты 2,7 проценты һайлаған. Төп Дәүләт имтиханына 48 мең 262 IX синыф уҡыусыһы теркәлгән.

Берҙәм дәүләт имтиханын иһә мәкиәпте тамамлаусы  16 мең 183 уҡыусы тапшырасаҡ. Аттестат алыу өсөн, ғәҙәттәгесә, математика менән урыҫ теленән БДИ-ны уңышлы тапшырырға кәрәк. Күпселек йүнәлешле математика, информатика, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен һайлаған. 

Имтихандарҙы ойоштороу буйынса үҙгәреш тә бар. Быйылдан контроль-үлсәү материалдары имтихан үткән көндө пункттарға хәүефһеҙ бәйләнеш каналы аша ебәреләсәк. 

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: