+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ил намыҫын яҡлаясаҡ

Өфө уҡыусыһы Динар Дусов Рәсәй йыйылма командаһы составына ингән, хәҙер ул Йәштәрҙең халыҡ-ара стандарттар олимпиадаһында ил намыҫын яҡлаясаҡ.

Ил намыҫын яҡлаясаҡ
Ил намыҫын яҡлаясаҡ

Бәйгенең Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән финал этабында Рәсәйҙең 18 төбәгенән 34 уҡыусы ҡатнашҡан. Уларға шәхси-яҙма һәм командалар өсөн ике төрлө эш тәҡдим ителгән. Бынан тыш, яңы халыҡ-ара стандарттарға таянып әҙерләнгән проекттар әҙерләгәндәр. Был иһә уҡыусыларҙан ижади ҡараш, креатив фекерләү, актуаллек талап итә.

Финал этабының һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй йыйылма командаһы төҙөлгән, улар иҫәбендә Башҡортостандан Динар Дусов та бар. Өфө егетенә уңыштар теләйек.

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Ил намыҫын яҡлаясаҡ
Ил намыҫын яҡлаясаҡ
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: