+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һәләтле уҡыусыларға — республика Башлығы стипендиялары

Башҡортостанда 2023-2024 йылдарҙа айырыуса һәләтле уҡыусылар өсөн республика Башлығы стипендиялары конкурсы иғлан ителде. Был хаҡта «Башинформ»ға республика Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.

Һәләтле уҡыусыларға — республика Башлығы стипендиялары
Һәләтле уҡыусыларға — республика Башлығы стипендиялары

Унда дөйөм белем биреү ойошмаларында һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында уҡыған халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара һәм республика олимпиадаларында, ижади конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, турнирҙарҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр һәм призерҙар ҡатнаша ала.

Документтар 25 майҙан 23 июнгә тиклем эш көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 6-сы яртыға тиклем ҡабул ителә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 7 (34-72) 18-03-26 .

Тулыраҡ мәғлүмәт һылтанма буйынса баҫылған.

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: