+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш синыф уҡыусылары!

Бөгөн, 22 майҙа, республикабыҙҙың барлыҡ район һәм ҡалаларында сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. 

Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш синыф уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш синыф уҡыусылары!

Барлығы 15 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ белем биргән уҡытыусылары, туған мәктәбе менән хушлаша. Ә алда уларҙы мөһим имтихандар, һөнәр һайлауҙа яуаплылыҡ, иҫтәлекле сығарылыш кисәләре, яҡты киләсәк  көтә.

Баш ҡалабыҙҙың ун беренселәре өсөн йолаға әйләнгән байрам бөгөн "Торатау" конгресс-холы янындағы майҙансыҡта сәғәт көндөҙгө 2-лә башлана. Улар мәктәп вальсын башҡарасаҡ, бейеү флешмобында ҡатнашасаҡ.

Ә инде 26 майҙан сығарылыш синыф уҡыусыларын Берҙәм дәүләт имтихандары көтә.

 

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фото: ulmeria.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: