+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Имтихандар башланды. Уңыштар теләйбеҙ!

Бөгөн туғыҙынсыларҙың Төп дәүләт имтиханы башланды. Физика, биология, тарихты һайлаған уҡыусылар һынау бирә. Уларға уңыштар теләйек!

Имтихандар башланды. Уңыштар теләйбеҙ!
Имтихандар башланды. Уңыштар теләйбеҙ!

Башҡортостанда 48 мең 229 IX синыф уҡыусыһы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнашырға теркәлгән. Бөгөн уларҙың 11 мең 907-һе һынау тота: 3 мең 991-е физиканан имтихан тапшыра, 6 мең 998-е - биологиянан, 918-е - тарихтан.

Аттестат алыу өсөн туғыҙынсыларға математика, урыҫ теленән һәм үҙҙәре һайлаған ике фәндән имтихан бирергә кәрәк. Уңыштар теләйбеҙ һеҙгә!

Фото: iz.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: