-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡырға килегеҙ, һеҙҙе көтәләр!

Стәрлетамаҡ ҡалаһының В. И. Ленин исемендәге 2-се интернат-лицейында 29 майҙан 1 июнгә тиклем олимпиада үтәсәк. Һайлап алыу конкурсы һөҙөмтәһе буйынса уңышҡа ирешкәндәргә  ошо белем усағында уҡыу бәхете тейәсәк.

Уҡырға килегеҙ,  һеҙҙе көтәләр!
Уҡырға килегеҙ, һеҙҙе көтәләр!

Был интернат-лицейҙа юғары категориялы,алдынғы һәм тәжрибәле уҡытыусылар, тәрбиәселәр тупланған. Унда фольклор, бейеү, театр, "Атаҡ-атаҡ" шаяниум уйын-көлкө командаһы, шашка-шахмат, вокал, журналистика түңәрәктәре, ауыр атлетика секцияһы эшләй. Шулай уҡ пианино, ҡурай, гитара, думбыра, ҡумыҙ уйнау серҙәренә лә өйрәнергә мөмкинлектәр бар.

Белем усағын тамамлаусылар араһынан бик күп күренекле шәхестәр  сыҡҡан: Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти, шағир-яугирҙар Батыр Вәлид, Мөхәмәтйәров Хәй, Хөрмәт Хәйри, беренсе мәғариф министры Фатима Мостафина. Шулай уҡ йәш йырсы Гөлсинә Мөхәмәҙуллина, яҙыусы Лира Яҡшыбаева, драма артисы Илгиз Әкимбәтов, шағир, драматург һәм журналист Салауат Әбүзәр, Стәрлетамаҡ ҡалаһы депутаты Фәнүр Дәүләтбаев, ҡоролтай депутаты Илдус Ғүмәров, доцент, филология фәндәре кандидаты Айнур Үтәевтәр ҙә ошонда уҡыған.Һеҙҙе  100 йыллыҡ тарихлы лицейыбыҙҙа көтөп ҡалалар.

Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанмаға инеп ҡарағыҙ:https://vk.com/wall-209386095_2825

Рәхим итегеҙ, уҡыусылар!

 З. ӘҘЕҺӘМОВА.

Уҡырға килегеҙ,  һеҙҙе көтәләр!
Уҡырға килегеҙ,  һеҙҙе көтәләр!
Уҡырға килегеҙ, һеҙҙе көтәләр!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: