+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Заманса хореография уҡыу залы кәрәк!

Беҙҙең Буранғол мәктәбендә уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау буйынса барған конкурста "Заманса хореография уҡыу залы" проекты еңеп сыҡты. Күпселек уның өсөн тауыш бирҙе.

Заманса хореография уҡыу залы кәрәк!
Заманса хореография уҡыу залы кәрәк!

Әлеге көндә был проект буйынса документтар туплау эше тамамланды. Әгәр проект республика күләмендә лә еңеү яулай алһа, сәнғәт яратҡан балалар мәктәбебеҙҙә тағы ла артасағына шик юҡ. Халҡыбыҙҙың тарыхын, мәҙәниәтен үҫтереүгә этәргес булған бер аҙым ярты юлда туҡтап ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ. Хыялыбыҙ тормошҡа ашһын ине.

Земфира ХӘЛИМОВА,

уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.

Әбйәлил районы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: