

Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 20 уҡыусы тәүге һынау буйынса 100 балл йыйған. Уларҙың 16-һы - химиянан, 3-өһө - географиянан һәм береһе - әҙәбиәттән.
Имтиханда ҡатнашҡан 3 мең 249 кешенең 598-е 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған.
2021 йылдан Башҡортостанда БДИ-ны 100 балға тапшырыусыны әҙерләгән уҡытыусыға, шулай уҡ имтиханда 100 балл алған һәм Башҡортостандағы юғары уҡыу йортона ингән студентҡа ҙур ғына күләмдә премия бирелә.
Фотола: Өфөнөң 3-сө гимназияһы уҡыусыһы Екатерина Старкова ла химиянан һынауҙы 100 балға тапшырған .
Фото: vk.com.