

Ул "Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ойошторола.
Слетта 12-15 йәшлек 80 уҡыусы ҡатнашасаҡ. Улар өсөн урыҫ, башҡорт, инглиз телдәрендә ижади дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар һәм башҡа саралар уҙғарыласаҡ.
Белеүегеҙсә, әле республикабыҙҙа 4 полилингваль белем усағы бар: икәүһе Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала. 2023 йылда тағы 4 ошондай мәктәп асылыуы көтөлә: Учалы, Хәйбулла, Мишкә райондарында һәм Сибай ҡалаһында.