+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Ике фәндән 100 балл алған!

Кисә урыҫ теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булған. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, был фән буйынса 24 сығарылыш синыфы уҡыусыһы 100 балл алған.

3 мең 659 кеше имтиханды юғары - 81 балға тапшырған. 

Ә Әлшәй районы Шафран мәктәбенән Мария Кутьенкова (фотола) ике фәндән - химиянан һәм урыҫ теленән 100 балл йыйған. Афарин! Был, әлбиттә, ҡыҙҙың ныҡышмаллығы, тырышлығы һөҙөмтәһе.

 

Фото: vk.com.

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас