

Республика өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса студенттар йыялар. Әлеге заманда иң кәрәкле һәм киләсәктә лә ҙур ихтыяж менән файҙаланыласаҡ һөнәрҙәр буйынса уҡытасаҡтар.
"Уҡыусылар ябай колледждарға түгел, ә юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған уҡыу үҙәктәренә киләсәк. Был проектты тормошҡа ашырыуҙың иң мөһим һөҙөмтәһе, әлбиттә, эшкә урынлаштырыу. 2-3 йылдан студенттарҙың 85 проценты база предприятиеларына һәм ойошмаларына эшкә инер, тип көтәбеҙ", - ти мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Белгестәрҙе Өфө, Стәрлетамаҡ, Учалы, Бөрө ҡалаларында әҙерләйәсәктәр.
Уҡырға инеү шарттары һәм йүнәлештәр тураһында тулы мәғлүмәтте проектта ҡатнашҡан һөнәри белем биреү ойошмаларының рәсми сайттарында табырға мөмкин:
Өфө машиналар эшләү колледжы;
Стәрлетамаҡ политехник колледжы;
Учалы тау сәнәғәте колледжы;
Өфө күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжы;
Бөрөләге медицина-фармацевтика колледжы;
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының колледжы.
Фото: education.bashkortostan.