+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Башҡорт теле - федераль платформала

Яңы уҡыу йылынан "ЯКласс" платформаһында башҡорт теленән комплекслы контентты ҡулланырға мөмкин буласаҡ.

Башҡорт теле - федераль платформалаБашҡорт теле - федераль платформала
Башҡорт теле - федераль платформала

2021-2022 йылдарҙа федераль белем биреү һанлы платформаһында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" предметы булдырылды. "Һанлы башҡорт теле" проекты V-IX синыфтар өсөн 150 теманы тәҡдим итәсәк. Был туған телебеҙ грамматикаһының төп өлөшө тигән һүҙ. Һәр тема теоретик материалдан, бер нисә варианты булған эштәрҙән торасаҡ. Өйгә эштәр, тестар һәм тикшереү эштәре лә буласаҡ. Улар автоматик рәүештә тикшерелә. Шулай уҡ уҡыусыларҙың ижади һәләтен асыу өсөн уҡытыусы баһалай торған бер эш тәҡдим ителәсәк.

Әле материалдар өҫтөндә 40-лап белгес эшләй. Әйткәндәй, башҡорт теле буйынса контент туған телдәр араһында эре федераль платформала булдырылған тәүге проект булып тора. 

Фото: education.bashkortostan. 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас