+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Вадим Харисов - Рәсәй йыйылма командаһында!

Республика инженер интернат-лицейының X синыфын тамамлаған Вадим Харисов химия фәненән ике йыл рәттән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүсе булғайны. 

Вадим Харисов - Рәсәй йыйылма командаһында!Вадим Харисов - Рәсәй йыйылма командаһында!
Вадим Харисов - Рәсәй йыйылма командаһында!

Июндә ул Мәскәү дәүләт университетының химия факультетында ойошторолған халыҡ-ара олимпиадаға әҙерлек буйынса йыйында булып ҡайтҡан. Уҡыусылар ҡатмарлы мәсьәләләр сискән, теория буйынса белемдәрен нығытҡан. Иң һуңынан олимпиада үткәрелгән. Уның һөҙөмтәһе буйынса Вадим Рәсәй йыйылма командаһына (4 уҡыусы) алынған. Йәш химик халыҡ-ара олимпиадала Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең данын яҡлаясаҡ. Уңыштар теләйбеҙ! 

Әйткәндәй, Цюрихта 16-25 июлдә үтәсәк химия олимпиадаһында донъяның 90 иленән һәм төбәгенән 900 уҡыусы ҡатнашасаҡ.

Фото: education.bashkortostan. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас