+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

23, 24 июндә республиканың IX һәм XI синыф уҡыусылары сығарылыш кисәләренә йыйыла. Был - һеҙҙең мәктәп менән хушлашыу, киләсәк менән осрашыу мәле, дуҫтар. Бер аҙ моңһоу, әммә алда  матур киләсәк көтә. 

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!
Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

Әлбиттә, үҙ аллы тормош юлында үҙ тәғәйенләнешеңде табыу тырышлыҡ талап итә. Киләсәк бик оҙон һәм ул һәр кемгә ҙур мөмкинлектәр бирә. Һәр берегеҙгә һәләтегеҙҙе артабан үҫтереп, күңелегеҙгә ятҡан һөнәр буйынса белем алып, тормошта үҙ урынығыҙҙы табыуығыҙҙы теләйбеҙ. 

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!

Билдәле булыуынса, 2023 йылда Башҡортостандың белем усаҡтарын 15 мең тирәһе кеше тамамлай. 

Фото: Яндекс.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас