

XI”А”-нан – Артур Аҡҡужин, Рушан Ғәлиуллин, Гүзәл Көмөшбаева, Арыҫлан Ҡотлобаев, Алина Хөснөтдинова, XI “Б”-нан Айгизә Иҫәнғужина, Зилиә Ғизәтуллина, Гөлсирен Мәжитова, Сәлимә Муллағолова алтын миҙалға тамамлай.
29 йыл балаларға физиканан белем биргән тәжрибәле уҡытыусы Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Хәкимова етәкләгән физика-математика йүнәлешле XI”А” синыфында 20 ҡыҙ һәм егет. Әйткәндәй, был – уның дүртенсе сығарылыш синыфы икән. Рушан Ғәлиуллин, Гүзәл Көмөшбаева, Алина Хөснөтдинова, Вәлимә Вәхитова, Артур Аҡҡужин, Арыҫлан Ҡотлобаев, Эмиль Ҡаһарманов, Ынйы Ҡасимова, Сынтимер Сәғитов, Алина Хөснөтдинова, Гүзәл Көмөшбаевалар уҡыу буйынса шәптәр, Берҙәм дәүләт имтиханында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр.
– Артур Аҡҡужин физика буйынса Өфө дәүләт-техник университеты үткәргән олимпиадала ҡатнашып призёр булды, ошо уҡыу йортона уҡырға ингәндә Дипломы 7 балл өҫтәйәсәк. Өфө фән һәм техник университеты үткәргән Физика кубогында Арыҫлан Ҡотлобаев, Вәлимә Вәхитова, Артур Аҡҡужин өсөнсө дәрәжә Диплом алды. Был да уҡырға ингәндә уларға өҫтәмә балл бирә. Әлиә Йомағолова Өфө дәүләт нефть-техник университеты үткәргән конкурстарҙа ҡатнашып, диплом һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Уҡыусыларым мәктәп тормошонда ла ҡайнап йәшәне, төрлө яҡлап һәләттәрен арттырҙылар. Эмиль Ҡаһарманов ҡурай синыфын тамамланы, төрлө концерттарҙа сығыш яһаны. Алина Хөснөтдинова, Алтынай Ишбаева бик матур һүрәт төшөрөп, стенгазеталар сығарҙылар, призлы урын алдылар. Юлиә Халиҡова менән Рәзинә Муллағолова йыр-моңға әүәҫ, концерттарҙа ҡатнаштылар. Ынйы Ҡасимова хореография синыфын тамамлап, төрлө бейеү конкурстарында еңеү яуланы. Өфөлә үткәрелгән “Байыҡ” республика телевизион конкурсында “Самрау” бейеү ансамбле менән Гран-при эйәһе булды. Улар өсөн Хәлил Ишбирҙин бейеү һалды, – тип теҙеп алып китте Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы.
Синыфта Рушан Ғәлиуллин көслө математик булараҡ айырылып тора икән. Спортсылар ҙа бар. Сынтимер Сәғитов, Рәсүл Динисламов, Ильмир Кинйәбулатов, Рушан Ғәлиуллин, Айназ Буранбаев, Ислам Денисламов, Ғәзиз Ҡотлоғәләмов волейбол ярыштарында ҡатнашҡан. Арыҫлан Ҡотлобаев “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе тигән исемен алған, шиғырҙар яҙа.
Тағы ун беренселәр “Тарпандар” командаһы составында Өфөлә КВН-да ҡатнашҡан.
Бына шундай әүҙем, тырыш йәштәр ҙур тормош юлына аяҡ баҫа. Уларҙың һәр береһе үҙе теләгән юлды һайлап, һәләтенә тура килгән йүнәлештә белем алыр, киләсәктә республикабыҙҙың, илебеҙҙең ышаныслы терәге булырҙар. Аҡ юл һеҙгә!