

Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙҙы. 2022 йылда 63 мәктәп ошо программа буйынса яңыртылғайны. 2023 йылда белем усаҡтарын капиталь төҙөкләндереүгә федераль ҡаҙнанан 3 миллиард 600 миллион һум аҡса бүленгән.
2024-2026 йылдарҙа ла был йүнәлештә эш дауам ителәсәк. Яҡшы йыһазландырылған матур мәктәптәрҙә балаларға тырышып уҡырға ғына ҡала.
Фото: vk.com/radiyhabirov.