

Ҡабул итеү кампанияһы июль аҙағына тиклем дауам итә. Билдәле булыуынса, быйыл Башҡортостанда ҡаҙна урындарына 14 мең 886 кеше ҡабул итәсәктәр. Был, үткән йыл менән сағыштырғанда, 512-гә күберәк.
28-30 июлдә - уҡырға ингәндә өҫтөнлөктәр менән файҙаланыусылар, йәғни олимпиада еңеүселәре, льгота менән файҙаланыусылар, маҡсатлы йүнәлеш менән килеүселәрҙең, ә 3-9 августа уҡырға ингән ҡалған абитуриенттарҙың исемлектәре билдәле буласаҡ. Факультетта урындар ҡалһа, юғары уҡыу йорто ҡабул итеү буйынса өҫтәмә этап иғлан итә.
Фото: Яндекс.