

90 илдән йыйылған йәш химиктар үҙҙәренең белемен, һәләтен һынап ҡараясаҡ. Беҙҙең илдән 4 уҡыусы, Вадимдан тыш, Мәскәүҙән Сергей Росляков, Ҡазандан Никита Перов һәм Алтай крайынан Сергей Росляков Рәсәй данын яҡлай.
Олимпиада теоретик һәм практик турҙан тора. Һөҙөмтәләрҙе 24 июлдә иғлан итәсәктәр. Уңыштар теләйбеҙ!
Әйткәндәй,Өфөләге республика инженер интернат-лицейы уҡыусыһы Вадим Харисов химия буйынса Рәсәй олимпиадаһында ике йыл рәттән еңеүсе булды. Астанала үткән Менделеев олимпиадаһында ла алтын миҙал яуланы. Халыҡ-ара кимәлдә лә һынатма, Вадим!
Фото: https://t.me/s/chemistryofmsu?q=%23icho2023.