

Туған телдәрҙе уҡытыу методикаһын һәм технологияһын камиллаштырыу маҡсатында, яңыртылған стандарттарға ярашлы, "Туған (башҡорт) тел", "Туған (башҡорт) әҙәбиәт", "Башҡортостан Республикаһының дәүләт (башҡорт) теле" предметтары буйынса федераль программалар әҙерләнгән. Улар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы уҡыу-методик совет тарафынан хупланған һәм тейешле кимәлдәге федераль белем биреү программаларына индерелгән.
Фото: yandex.