

Уҡытыусы һәм остаз йылында Мәғариф тураһында ҡанунға төҙәтмә индерелде. Уға ярашлы, Рәсәй училищеларының өлкән курс студенттары балалар баҡсаларында, башланғыс синыфтарҙа уҡытыу һәм балалар өсөн түңәрәктәр алып барыу хоҡуғына эйә. Ә юғары уҡыу йорттарының өлкән курс студенттары иһә университеттарҙа һәм ғилми ойошмаларҙа, фәнни хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре вазифаһында эшләй аласаҡ. «Был ҡарар мәктәптәрҙе кадрҙар менән тулыландырыуға ярҙам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта яңы диплом алған йәштәрҙең эш урыны ла, хеҙмәт кенәгәһе лә буласаҡ», – тип белдерҙе Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин.
* * *
Ҡыйғы районындағы «Маяҡ» балалар лагерында «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркының филиалы асыласаҡ. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров ошо төбәктә эш сәфәре менән булғанда хәбәр итте.
Лагерҙа уҡыусылар өсөн сменалар һаҡланасаҡ. Уның биләмәһендә ҡаршылыҡтар һыҙаты, ГТО тапшырыу өсөн майҙансыҡ, заманса спорт биләмәһе булдырыла. Капиталь төҙөкләндерелгәндән һуң филиалда республиканың төньяҡ-көнсығышындағы райондарының Х синыф уҡыусылары һәм колледж студенттары хәрби-патриотик әҙерлек үтә аласаҡ.
* * *
«Артек»та 16 июлдән 5 авгусҡа тиклем V – VII синыфтар араһында «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы уҙа. Унда Башҡортостандан 10 уҡыусы ҡатнаша. Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
* * *
Республикала ҡабул итеү кампанияһы июль аҙағына тиклем дауам итә. Билдәле булыуынса, быйыл ҡаҙна урындарына 14 мең 886 кешене ҡабул итәсәктәр. Был, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 512-гә күберәк.
28 – 30 июлдә – уҡырға ингәндә өҫтөнлөктәр менән файҙаланыусылар, йәғни олимпиада еңеүселәре, льгота менән файҙаланыусы, маҡсатлы йүнәлеш менән килеүсе, ә 3 – 9 августа уҡырға ингән ҡалған абитуриенттарҙың исемлеге билдәле буласаҡ. Факультетта урындар ҡалһа, юғары уҡыу йорто ҡабул итеү буйынса өҫтәмә этап иғлан итә.
Фото: Н. Хәсәнова.