+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Вадим Харисовты ҡотлайбыҙ! Афарин!

Швейцарияның Цюрих ҡалаһында үткән 55-се халыҡ-ара химия олимпиадаһында Республика инженер лицей-интернатынан Вадим Харисов алтын миҙал яулаған. 

Вадим Харисовты ҡотлайбыҙ! Афарин!Вадим Харисовты ҡотлайбыҙ! Афарин!
Вадим Харисовты ҡотлайбыҙ! Афарин!

Был турала Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Олимпиадала Рәсәйҙән дүрт йәш химик -  Вадим Харисов, Мәскәүҙән Сергей Росляков, Ҡазандан Никита Перов һәм Алтай крайынан Алексей Михеев ҡатнашҡайны. Вадим, Сергей, Никита - алтын миҙалға, ә Алексей көмөш миҙалға лайыҡ булған. 

"Рәсәй уҡыусылары химия буйынса олимпиадала лайыҡлы сығыш яһаны. Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә уҡыусыларҙа химия фәненә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, уларға системалы белем биреүсе таланты педагогтар эшләүен күрҙек. Уларҙың тәрбиәләнеүселәре үҙ сиратында белемдәренең юғары кимәлдә булыуын күрһәтеү өсөн барыһын да эшләне. Уҡыусыларҙы һәм уларҙың остаздарын ҡотлайым. Яңы уңыштар һәм еңеүҙәр теләйем", - тип мөрәжәғәт итте Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов.

Фото: vk.com.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас